Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 09:40

Апрелдә балаларҙы 1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана

Башҡортостанда 1 апрелдән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай. Ата-әсәләр ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин.

Апрелдә балаларҙы 1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана
Апрелдә балаларҙы 1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана

Был осорҙа тәү сираттағы йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә, шулай уҡ белем биреү ойошмаһына беркетелгән биләмәлә теркәлгән балаларға ғариза бирәләр.

Беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балалар өсөн ғаризалар 6 июлдән ҡабул ителә һәм 5 сентябргә тиклем дауам итә.

Ғариза биреү ысулдары:

 - «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» сайтында электрон формала;

- берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталының сервистарын файҙаланып;

- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы функцияларын файҙаланып;

- дөйөм белем биреү ойошмаһының электрон почтаһы ярҙамында электрон формала;

- дөйөм белем биреү ойошмаһында;

- заказлы хат менән тапшырырға мөмкин. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-13/s-nachala-aprelya-nachinaetsya-priyom-zayavleniy-dlya-zachisleniya-detey-v-1-klass-3679627

 

Автор:
Читайте нас: