Яуап:
- САҘАҠА ябай ғына нәмә түгел. Саҙаҡа биреү-бирмәү тураһында Ҡөрьәндә лә аяттар бар, хәҙистәр ҙә күп. Беҙ хәйер –саҙаҡаны бирәбеҙ икән – уны кешегә бирәбеҙ, тип уйлайбыҙ. Түгел, саҙаҡа ысын күңелдән һәм Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн бирелә. Беҙ биргән кешеме, мәсет төҙөлөшө, инвалидтар йортомо – беҙҙең изгелек эшләп Аллаһ тапҡырында сауапҡа ирешеүгә сәбәп, юл-ысул ғына.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән –Кәримдә:” Аллаһ теләгән ҡолдарының өлөшөн (ризығын, байлығын, аҡсаһын) кәметер, теләгән ҡолдарыныҡын арттырыр. КҮПМЕ ХӘЙЕР БИРҺӘГЕҘ, АЛЛАҺ УНЫҢ УРЫНЫНА НИҒМӘТ БИРЕР. РИЗЫҠЛАНДЫРЫУСЫЛАРҘЫҢ ИҢ ХӘЙЕРЛЕҺЕ – АЛЛАҺ”, -ти. (“СӘБӘ” сүрәһе, 39-сы аят).
“ ШАЙТАН ҺЕҘГӘ ФӘҠИРЛЕК МЕНӘН ЯНАЙ ҺӘМ БОҘОҠЛОҠ ЭШЛӘРГӘ ҠУША, ӨНДӘЙ, АЛЛАҺ ИҺӘ ҺЕҘГӘ ҮҘЕНӘН ЯРЛЫҠАУ ҺӘМ РӘХМӘТ (МУЛЛЫҠ) ВӘҒӘҘӘ ИТӘ, АЛЛАҺ - СИКҺЕҘ ЙОМАРТЛЫҠ ЭЙӘҺЕ, БАРЫҺЫН ДА БЕЛЕП ТОРОУСЫ”,-тиелә Ҡөрьәндең “ БАҠАРА” сүрәһенең 268-се аятында.
“ҺЫУ УТТЫ ҺҮНДЕРГӘН КЕҮЕК, САҘАҠА КЕШЕНЕҢ ГОНАҺЫН ЮЯ”,-тиелә Тирмизи хәҙистәр йыйынтығында. Ошонда уҡ:” САҘАҠА КЕШЕНЕҢ ТӘКӘББЕРЛЕГЕН ҺӘМ МАҠТАНЫУЫН БӨТӨРӘ”, -тиелә.
“ҮҘЕГЕҘҘЕҢ СИРЛЕЛӘРҘӘЕ САҘАҠА БИРЕҮ ЮЛЫ МЕНӘН ҺАУЫҠТЫРЫҒЫҘ!САҘАҠА ТЕЛӘҺӘ НИНДӘЙ АУЫРЫУ ҺӘМ БӘЛӘНЕ ТОТҠАРЛАЙ (кире ҡайтара)” (Байхаҡи).
“САҘАҠА БИРЕРГӘ АШЫҒЫҒЫҘ, СӨНКИ БӘЛӘ-ҠАЗА УНАН АЛҒЫР БУЛА АЛМАЙ (не сможет опередить его).(БАЙХАҠИ).
“САҘАҠА АЛЛАҺ АСЫУЫНАН ҺӘМ ЯМАН ҮЛЕМДӘН (от скверной смерти) ҺАҠЛАЙ . (Тирмизи).
Һиңә кемдер, Аллаһ ризалығын өмөт итеп, хәйер-саҙаҡа биргән икән, әлбиттә, уның менән нисек теләйһегеҙ, шулай файҙалана (үҙегеҙ тотона йә (ризыҡ булһа ) ашай, ҡуллана ) алаһығыҙ. Һеҙгә нисек тә хеҙмәт итә икән, тимәк, биргән кеше сауап ала.
Мәҫәлән, һеҙгә хәйер-саҙаҡанан 10 таҫтамал йә носки төштө, ти, уларҙың барыһын кейә, ҡуллана алмайһығыҙ бит. Ул биргән әйбер бер кемгә хеҙмәт итмәй, саң тартып , ятҡан ерендә туҙып-сереп ятҡансы, икенсе берәү ихтыяжына хеҙмәт итһә, яҡшы.
Хәйер-саҙаҡа, иң беренсе сиратта,мохтаж кешегә уға кәрәк нәмәнән бирелә.
Бөгөн күптәр алдында һорау тыуа – саҙаҡаны кемгә бирергә? Саҙаҡа (хәйер) – мохтаждар өлөшө. Бай һәм бер нигә мохтаж булмаған кешегә саҙаҡа биреп сауапҡа өлгәшеү икеле, шуға күрә тирә-йүндәге мохтаждарҙы күҙ уңында тотоу зарур.
Һиңә хәйер-саҙаҡа бирәләр һәм һин ул нәмәгә мохтаж түгел икәнһең, хәйер биргән кешенең күңелен китмәйем, тигән маҡсаттан алһаң да, ул хәйер-саҙаҡаны ысын мохтажға йүнәлтеүҙә гонаһ юҡ. Беҙ, имамдар, мәҫәлән, бирелгән хәйер-саҙаҡаны мәсет төҙөлөшөнә, ысын мохтаждарға, шәкерттәргә ебәрәбеҙ.
“1001 хәҙис” тән: “Һәр мосолман саҙаҡа бирергә тейеш, бирерлеге булмаһа, эшләп тапһын да, саҙаҡа бирһен.Көсөнән килмәһә, аптырашта йәшәүселәргә ярҙам итһен, юҡ икән, изгелек эшләргә ҡушһын, һис булмаһа, насарлыҡ эшләүҙән тыйһын. Уның өсөн шул да саҙаҡа булыр”, -тиелә.