Бөгөн, сер, түгел, бәғзе кешеләр һулаҡай, йәғни, һул ҡулдары менән ашай, яҙа , эш эшләйҙәр.
Һул ҡул менән ашарға ярамай (уң ҡулы булмаған йәки , ауырыу, йәрәхәт сәбәпле ҡулы, бармаҡтары ҡыбырлай, күтәрелә, бөгөлә һ.б.алмағандарҙыҡынан тыш).
Сахих (достовернный) хәҙис бына нимә ти:
Ғүмәр бин Әбү Сәләмәнән еткерелә, Аллаһ унан риза булһын: “ Бала сағымда мин пәйғәмбәребеҙҙең, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, тәрбиәһендә булдым. Ғәҙәттә мин уртаға ултыртылған дөйөм ризыҡтың төрлө еренән (алырға тип) ҡул һуҙа инем, тик бер мәл пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, миңә былай тине: “ Эй, малай, ашар алдынан Аллаһ исеме менән (Би-сми-Ллләһи!) тип әйт, уң ҡулың менән аша һәм ризыҡты үҙең тапҡырындағынан ал! “
Әле ураҙа айы бара. Билдәле, ифтарҙар , Ҡөрьән мәжлестәре уҙғарыла. Һулаҡаймын, тип сәбәп тапҡандар ошо хәҙис һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһа ине. Кем әйтмешләй, айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр: һулаҡай булыу – Аллаһ биргән ризыҡты һулаҡай ҡул менән ашауға сәбәп түгел. Ниндәй генә аҡланыу эҙләһәк тә беҙ Аллаһтан һәм Уның пәйғәмбәренән, саллаллаһу ғәлйәһи үә сәлләм) аҡыллы була алмайбыҙ.! Тыйғандарҙан тыйылып, үҙебеҙҙә күркәм холоҡ тәрбиәләй торған ай.