“РФ Мосолмандарының диниә назараты 15 февралдәге ултырышында 2024 йылғы рамаҙанда нисек ураҙа тотоу , фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн ) , зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса-мал) буйынса фәтеүә сығарҙы.
Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда аҙ килемле кеше башына - 150 һумдан (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).
Уртаса килемле кеше башына – 800 һум, байҙар өсөн йән башына – 1200 һумдан.
Фидиә саҙаҡаһының (етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаған кешеләр өсөн) - минималь күләме - көнөнә 350 һумдан, ай буйы тота алмаһа, ошо сумманы 30-ға (рамаҙан айындағы көндәр һанына) ҡабатлай (10500 һум) һәм мохтаждарға түләй. Был сумма һәр кешенең шәхсән тәүлегенә күпме суммала аҙыҡ-түлек ҡулланыуына ҡарап, үҙгәрергә мөмкин.
Быйыл мотлаҡ түләй торған зәкәт (байҙар,хәллеләр өсөн) күләме – 497 000 һумдан.”