Ураҙаның фазылиәттәре ( фазылиәт – ғәрәп һүҙе – өҫтөнлөк тигәнде аңлата;фазыл – ғәрәпсә оло хөрмәткә эйә) күп!
Ҡудси хәҙистәрҙә (Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша еткергән изге хәҙистәр ) әйтелгәнсә, Аллаһы Тәғәлә ураҙаны Үҙе өсөн һайлап алған, ураҙа тотҡан кешене лә үҙе генә бүләкләйәсәк, ураҙа өсөн сауаптарҙы арттырып-арттырып бирәсәк.
Хәҙистәр нимә ти һуң ураҙа хаҡында:
- “Аллаһы Тәғәлә:” Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, -тигән (Әл-Бохариҙан риүәйәт).
- “Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай” (Ән-Нәсәиҙән риүәйәт).
- “Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ” (Әл- Байхаҡи риүәйәте).
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, фарыз ураҙаларҙы тоторға Аллаһы Тәғәлә ғүмер, форсат, көс, иман байлығы насип итһен!
Хәсән хәҙрәт Зарипов, райондың имам-мөхтәсибе