Кисә Сибайҙа “Ирҙәр ҡоро” үтеп, унда Сибай, Баймаҡ , Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет,Учалынан иң әүҙем ир-ат йыйылды.
Был ҙур сарала беҙҙең район делегацияһы составында район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев,райондың “Ирҙәр ҡоро” етәксеһе Шәһит хәҙрәт Хәйбуллин, Рауил Өмөтҡолов, Ринат Усманов һәм ҡурсаулыҡтан биш вәкил ҡатнашты.
“Сара бик фәһемле булды. Унан файҙалы нәмәләр алдыҡ, үҙебеҙҙең дә башҡаларға нимәлер тәҡдим итерлек рәтебеҙ – эштәребеҙ бар”, -ти Олег Марс улы.