Ошоно иҫәпкә алып, район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев райондың иң оло, абруйлы ағинәйҙәренең береһе, ғүмер буйы Яуымбай ауылында йәшәп, матур һәм тәүфиҡлы балалар үҫтергән, фиҙакәр хеҙмәте һәм күркәм холҡо менән ауылдаштары, райондаштары араһында абруй яулаған Әминә Мөбәрәк ҡыҙы Кинйәкәйеваны, Сибай ҡалаһына барып, 95 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап ҡайтты.
Күп бала әсәһе Әминә инәй әле Сибайҙа ҡыҙында йәшәй.
“Әминә инәй беҙҙең визитҡа бик шатланды, рәхмәттәр уҡыны, бөтә район халҡына сәләм әйтте”, -ти Олег Марс улы.