Йәмғиәт
6 Март 2024, 05:25

Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!

Башҡорт телен Зөлхизә һымаҡ шәп белһәң, яратһаң, айына 58 мең һум стипендия алып уҡыйһың һәм... Ярыштарҙа, төрлө конкурстарҙа еңәһең! Шунан әйтеп ҡарағыҙ, башҡорт телен өйрәнеү, белеү  кәрәкмәй, тип...

Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!

Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке БДУ) башҡорт филологияһы , көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының 1-се курс студенты, башҡорт телен һәйбәт белеүе арҡаһында (!!!) айына 58 мең стипендия алып уҡыусы Ҡолғанала тыуып үҫеп, Яуымбайҙа уҡып, аҙаҡ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта белем алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа 5 йыл рәттән ҡатнашып,  призлы урындар яулап, СВОШ-та (төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы) призер булғаны өсөн УУНиТ-ҡа һынауһыҙ-ниһеҙ инеп, юғары стипендияға өлгәшкән Бөрйән ҡыҙы кисә үҙе уҡыған факультетта үткән  “Һылыуҡай” конкурсында   Гран-при яулаған!

Зөлхизәнең  - Ҡолғана ауылы  уҙаманы Әғләм Харун улы менән Яуымбай ауылынан Венера Һиҙиәт ҡыҙы Усмановтарҙың өсөнсө балаһы. Мәктәптә лә, гимназияла ла тырыш уҡыусы булды.

Уңған ҡыҙ вузда ла һынатмай – “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, “Байыҡ”та ла ҡатнашып өлгөргән, “Йәнгүзәл” этно-фольклор төркөмөндә ҡумыҙҙа уйнай,  этно-биҙәүестәр эшләү менән мәшғүл.

 “Әле  мин башҡорт һәм ҡытай теле уҡытыусыһы булырға белем алам.

Хыялым  - тормошта  үҙ урынымды табыу һәм бәхетле йәшәү, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ,  балаларҙы иманлы, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләү, үҫтереү. Рухым көслө, маҡсаттарым ныҡлы”, -ти Зөлхизә.

Эйе, бәғзеләр туған телдән йөҙ сөйөрөп, башҡорт теле нимә бирә, тип төптө яңылышҡанда, Бөрйән ҡыҙы Зөлхизә тел белеүҙең өҫтөнлөктәре менән файҙаланып, яңынан-яңы үрҙәр яулай.

Тел Төркөстанға илтер, ти халыҡ мәҡәле, Зөлхизәне тел белеүе Ҡытайға ла илтер, иншәә Аллаһ, Ҡытайға илтмәгәндә лә, шөкөр итерлек - уның кеүек шәп ҡыҙҙар үҙ еребеҙгә лә бик кәрәк!

Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Гран-при - Бөрйән ҡыҙында!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас