Ошо көндәрҙә “Әбделмән”мәсетендә күркәм бер сарала ҡатнашырға тура килде. Тәджүид курсын тамамлап, Изге Ҡөрьән-Кәримде уҡырға өйрәнеүсе төрлө йәштәге мөслимәләрҙең йомғаҡлау дәресе ине ул.Ғүмер юлдарында һикһәненсе тиҫтәне ваҡлаусы Вәхитова Зарифа Хөснитдин ҡыҙы,Барыева Мәҙинә Хәйбулла ҡыҙы , бернисә йыл элек алған белемдәрен ҡабатлап нығытыу маҡсаты менән килгән Моратшина Гөлдәр Нурислам ҡыҙы,Ишдәүләтова Рәхимә Басир ҡыҙы,Сәғитова Ләлә Сибәғәт ҡыҙы; оҙаҡ йыйынып та, ниһайәт, белем алырға (Әтәхсыйл итергә) тәүәккәлләнгән ханымдар Ишдәүләтова Нурия Муса ҡыҙы,Сабирова Рита Динар ҡыҙы; ғәрәпсә уҡыуҙа тәүге аҙымдарын яһаусы Сәитбаталова Зифа Әбделхалиҡ ҡыҙы,Маликова Әнузә Әхмәт ҡыҙы, Вәлитова Әлиә Наил ҡыҙы, өс ай дауамында үҙ-ара бер туғандай берләшеп, мәсет юлын таҡырлағандар. Тәджвид дәрестәрен аҙнаһына ике тапҡыр әлеге көндә Рәсәй ислам университетының 4-се курсында уҡып йөрөүсе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина алып барҙы. Дәрес бик юғары кимәлдә үтте. Уҡытыусынан да, уҡыусыларҙан да шундый ихласлыҡ бөркөлә ине. Рәшиҙә Хәй ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ, дәресендә төрлө күргәҙмә материалдар ҡулланып эш итә, дәресе төрлө яҡтан мәғлүмәттәр менән байытылған, ҡыҙыҡ һәм бай. Бындай кимәлдәге дәрескә йөргән апайҙар, әлбиттә, тәджүид дәрестәрен бик яҡшы үҙләштергәндәр.
Төркөмдөң курсты тамамлау йәһәтенән үткәрелгән йомғаҡлау дәресенә ҡунаҡтар ҙа саҡырылған ине. Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Зарипов Хәсән Әхтәм улы, Бөрйән мөслимәләренең етәксеһе - Хоҙайназарова Гөлнара Иҙей ҡыҙы, “Әбделмән”мәсетендә эшләп килеүсе “Йәкшәмбе мәктәбе” мөғәллимәләре Ғәбитова Вәзимә Баязит ҡыҙы, Ғәлина Эльвира Айҙар ҡыҙы, Мәһәҙиева Гөлсинә Рәфис ҡыҙы,
"Мөжәүир" мәсетендә тәджүид өйрәтеүсе Юлтыева Гөлнур Зиннур ҡыҙы,«Әбделмән" мәсетенә нигеҙ һалыусының ҡыҙы Изгина Әлфирә Әбделмән ҡыҙы һ. б.
Шуныһы урынлы һәм сауаплы күренеш булды: ошо “Әбделмән”мәсетен төҙөтөп исемен ҡалдырыусы Изгин Әбделмән Усман улы, мәсеттәге ойоштороу эштәренең башында тороусы Манапов Юлай Хәләф улы, ошо мәсеттә үткәрелгән тәүге йома намаҙҙарына йөрөүсө мәрхүм һәм мәрхүмәләрҙең рухына бағышлап Ҡөрьән уҡылды, уларҙың урынына килгән оло быуын вәкилдәренең дә исемдәре иҫкә алынды... Быуындар алмашыныу дауам итһен, “Йәкшәмбе мәктәбе”ндә белем алыусы балаларыбыҙ иманлы, тәүфиҡлы быуын булып үҫеп етеп, беҙгә лә алмаш булырҙар, ин шәә Аллаһ! Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшһендәр барыһы ла!
Әҡлимә Юлтыева