Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 05:50

Ураҙаны кемдәр тоторға тейеш?

 - Кемдәр өсөн ураҙа фарыз һанала? Һорауға яуапты райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов бирә.    

Ураҙаны кемдәр тоторға тейеш?Ураҙаны кемдәр тоторға тейеш?
Ураҙаны кемдәр тоторға тейеш?

 - Рамаҙан айының фарыз ураҙаһын (Аллаһ Ҡөрьән аяты менән бойорған, шуға мотлаҡ үтәргә тейеш ғәмәл) аҡылы камил, бәлиғ йәшкә еткән ( беҙҙең йәмғиәттәгесә 18 йәшкә түгел, енси өлгөрөү мәленә – мәҫәлән, ҡыҙҙарҙа күрем башланыу осоро (хатта 9-10 йәштә лә булырға мөмкин, уртаса 9-15 йәштә), малайҙарҙың ир етеүе (уртаса 12 йәш  – был һәр кемдә шәхсән була торған хәл-торош), мосолман  булған һәр кем тоторға тейеш.

Шуға , балалар теләк белдерһә, уларҙы иртәрәк ураҙа тотоуға өйрәтә башлау ҙа яҡшы. Әлеге мәлдә балалар, йәштәр ураҙаға ылығып бара, шуға уларҙы йәлләгән булып,  был теләктәренән дүндермәү, ураҙа тотоуҙан тыймау, киреһенсә, үҙең дә улар менән бергә тотоп, күтәрмәләү яҡшы.

Ҡөрьәндә : “ Эй, һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгәндәргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде. Бәлки, һеҙ тәҡүәле (дин талаптарын теүәл үтәүсе, иманлы) булырһығыҙ.” (Әл- Бәҡара” сүрәһе, 183-сө аят).

“Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөрьән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә, ошо айға килеп ирешкәндәр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолмаған көндәрен һуңынан) башҡа көндәрҙә тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы ураҙа көндәрен (бер ай) тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ”. (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 185-се аят).

Күреүегеҙсә, Ҡөрьәндә барыһы әйтелгән, шулай булғас, һәр кем Аллаһ тапҡырында фарыз ғәмәлен үтәргә әҙерләнһен, Аллаһ Раббыбыҙ рамаҙан айында фарыз ураҙаларыбыҙҙы тоторға форсат, ғүмер, һаулыҡ, иман байлығы бирһен!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас