Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 08:30

Бәхет ҡайҙа йәшеренгән?

Был хәл күп кеше ҡатнашлығындағы бер сара ваҡытында булды.

Бәхет ҡайҙа йәшеренгән?Бәхет ҡайҙа йәшеренгән?
Бәхет ҡайҙа йәшеренгән?

Спикер семинар уртаһында көтмәгәндә пауза яһаны һәм төркөмдә йыйылыусыларҙың барыһына ла күнегеү тәҡдим итте. Ул һәр береһенә шарҙар таратты ла, шунда үҙ исемен яҙыуын һораны. Шунан һуң бөтә шарҙарҙы йыйып, айырым бүлмәгә урынлаштырҙылар.

Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусыларҙан ошо бүлмәгә инеүҙәрен һәм биш минут эсендә исемдәре яҙылған шарҙы табыуҙарын һоранылар. Барыһы ла, этешеп-төртөшөп эҙләргә тотондо.

Биш минут үткәс, бер кеше лә үҙенең исеме яҙылған шарҙы тапманы. Спикер артабан һәр шарҙы алып, унда кемдең исеме яҙылған шул кешегә тапшырыуҙарын һораны. Бер нисә минуттан бөтә шарҙар ҙа үҙҙәренең эйәләренең ҡулында ине.

Шул саҡта спикер былай тине: «Тормошта ла тап шулай була. Барыһы ла, ысынбарлыҡта ҡайҙа икәнлеген аңламайынса, берәй ерҙә бәхет эҙләй. Бәхетебеҙ ҡайһы саҡта башҡаларҙың бәхетенә йәшеренә. Уларҙың бәхетен бүләк итегеҙ һәм алмашҡа үҙегеҙҙекен аласаҡһығыҙ. Кеше тормошоноң төп маҡсаты ла - бәхет эҙләү».

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас