Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 11:30

Кер йыуырға өйрәнгәнме, әллә...?

Бер пар яңы фатирға йәшәргә күскән. Иртән ҡатын уянғас та тәҙрәнән күҙ һалһа, керҙәрен элеп йөрөгән күршеһен күреп ҡалған. Уның кейемдәре ниндәй бысраҡ, ҡара әле... – тигән ул иренә.

Кер йыуырға өйрәнгәнме, әллә...?Кер йыуырға өйрәнгәнме, әллә...?
Кер йыуырға өйрәнгәнме, әллә...?

Тик уныһы гәзит уҡыған, уға бер нисек тә иғтибар итмәгән.

- Моғайын, уның һабыны насарҙыр йәки йыуа белмәйҙер, өйрәтергә ине.

Күршеһе керҙәрен элгән һайын, уның бысраҡлығына аптырай торған булған.

Бер матур иртәлә ҡатын тәҙрәгә ҡарап ҡысҡырып ебәргән:

-О! Бөгөн кере таҙа ғына, йыуырға өйрәнгән, буғай!

-Юҡ, шул! Мин бөгөн иртәрәк торҙом да тәҙрәне йыуҙым.

Тормошобоҙҙа ла шулай, барыһы ла беҙ күҙәткән тәҙрәнән тора. Һәм башҡаларҙы тәнҡитләр алдынан күңелдәребеҙҙең һәм ниәттәребеҙҙең саф булыуына инанырға кәрәк...

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас