Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 07:45

Инвестицияларҙа аҡса эшләргә өмөтләнеп кредит алғандар

Ике ай дауамында ҡатын төрлө банктарҙа кредит юллап, аҡса эшләргә өмөтләнеп билдәһеҙ иҫәпкә аҡса йүнәлткән. Ул бөтәһе 2 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Аферистар зыян күреүсе инвестициялар һалыуҙан туҡтамаһын өсөн аҡса эшләү иллюзияһын тыуҙыра.

Инвестицияларҙа аҡса эшләргә өмөтләнеп кредит алғандарИнвестицияларҙа аҡса эшләргә өмөтләнеп кредит алғандар
Инвестицияларҙа аҡса эшләргә өмөтләнеп кредит алғандар

Мутлашыусылар ҙур табыш вәғәҙәләп, республика халҡын 3 миллион һум самаһы аҡсаһынан яҙҙырған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән 45 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Мессенджерҙарҙың береһендә ҡатынға, йәнәһе лә, ҙур инвестиция компанияһы вәкилдәре шылтыратҡан. Улар ҙур табыш вәғәҙә итеп, аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Ни бары «белгестәр»гә аҡса биреү генә талап ителгән.

Ғариза яҙыусы ялған вәғәҙәләргә ышанған, һөҙөмтәлә мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Тәүге иғәнәне ҡатын үҙенең йыйған аҡсаһынан түләгән. Зыян күреүсенең аҡсаһы бөткәс, ялған брокерҙар кредит алырға күндерә башлаған. Енәйәтселәр телефон аша “был ваҡытлыса сара, ә аҡса тиҙ ҡайтасаҡ”, тип ышандыра.

Ике ай дауамында ҡатын төрлө банктарҙа кредит юллап, аҡса эшләргә өмөтләнеп билдәһеҙ иҫәпкә аҡса йүнәлткән. Ул бөтәһе 2 миллион һумдан ашыу аҡса һалған.

Аферистар зыян күреүсе инвестициялар һалыуҙан туҡтамаһын өсөн аҡса эшләү иллюзияһын тыуҙыра. Әммә артабан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаған. Мутлашыусылар уның ышанысы менән файҙаланып, финанс проблемалары менән япа-яңғыҙын ҡалдырған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 3-сө полиция бүлегенә 53 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир шундай уҡ мутлашыу схемаһына эләккән һәм инвестицияларға кредит һалыуҙан килем ала алмаған. Ялған белгестәр ғариза биреүсегә шылтыратып, активтар үҫешенең өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләгән һәм еңел эш хаҡы вәғәҙәләгән.

Ғариза биреүсе был аҡса эшләү өсөн яҡшы мөмкинлек тип уйлаған. Ул 900 мең һумдан ашыу кредит алып, уларҙы «инвестиция янсығына» һалырға тейешле үҙенең «кураторына» ебәргән. Ләкин средстволарҙы оҙатҡандан һуң ялған белгес юғалған.

Хөрмәтле граждандар! Ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша инвестициялар тәҡдим итәләр һәм табышты гарантиялайҙар икән, моғайын, был мутлашыусыларҙыр. Трубканы ташлағыҙ һәм шикле тәҡдимдәргә иғтибар итмәгеҙ. Мәғлүмәтле булыу һәм уяулыҡ - мутлашыуҙан иң яҡшы һаҡланыу ысулы.

Автор:Диана Ғөбәйҙуллина, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас