Йәмғиәт
27 Февраль 2024, 17:10

Поезда булған хәл

Өлкән улы менән өлкән йәштәге ир поездың вагонына инеп, үҙ урындарын алған. Егет тәҙрә төбөнә барып ултырған. Поезд ҡуҙғалыу менән, һауа ағымын һиҙер өсөн, ул тәҙрәнән ҡулын сығарҙы ла ҡысҡырып ебәрҙе: -Атай, күрәһеңме, бөтә ағастар ҙа артҡа бара! Өлкән йәштәге ир яуап урынына йылмайҙы. Йәш егет янында ирле-ҡатынлы пар ултырған. Улар өлкән егеттең үҙен бәләкәй бала кеүек тотҡанын аптырап күҙәткән. Ошо мәл ҡапыл йәш егет йәнә һоҡланып ҡысҡырып ебәрҙе:

Поезда булған хәлПоезда булған хәл
Поезда булған хәл

-Атайым, күрәһеңме, күл һәм хайуандар... Болоттар поезд менән бергә килә!

Ирле-ҡатынлы егеттең сәйер тәртибенә оялып ҡараған.

Ямғыр яуып уҙҙы, тамсылар йәш кешенең ҡулына ҡағылды. Егет йәнә шатлыҡҡа сумды һәм күҙҙәрен йомдо. Ә һуңынан ҡысҡырып ебәрҙе:

- Атай, ямғыр яуа, һыу минең ҡулдарыма тейә! Күрәһеңме, атай?

Яндарында ултырған пар бүтәнсә түҙә алмайынса, оло йәштәге ирҙән һораны:

-Ни өсөн һеҙ улығыҙҙы берәй клиникаға консультацияға алып бармайһығыҙ?

Өлкән йәштәге ир:

- Беҙ әле генә клиниканан. Улым ғүмерендә беренсе тапҡыр күреү һәләтенә эйә булды...

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас