Миңә бәләкәй саҡта ауырып йыш ҡына Белорет дауаханаһында айлап ятырға тура килде. Унда аҙ-маҙ урыҫса һупаларға өйрәнеп ҡайтам. Ҡайтҡас, урамдың бөтә бала-сағаһы алдында маҡтанам әле, етмәһә. Бер мәл йәй дауахананан ҡайттып төштөм. Өйҙәгеләр бесәндә. Диләрә апайым ғына өйҙә. Мин үҙебеҙҙең тирәнең, үр яҡтын ҡыҙҙарын йыйып алдым да, тегеләргә әйтәм: Әйҙә, Маяҡҡа (Элгеләү тауын беҙ шулай тип тә йөрөтәбеҙ) менәйек тә , бөтә ауылды яңғыратып ПОМОГИТЕ У МЕНЯ тип ҡысҡырайыҡ, беҙҙе ишетеп , ярҙамға киләсәктәр"-, тим. Бейек тауҙың иң башына мендек тә, яр һалабыҙ:"Помогите у меня!"-тип. Тамаҡ ҡарлығып бөттө, берәү ярҙамға килмәй. Килде ярҙам... Сыбыҡ тотҡан Диләрә апайым сүрәтендә. Сыбыҡ менән шыйлатты ғына... Хәҙер беҙҙең йәштәге балалар хатаһыҙ ғына русса һөйләшеп ултыра, ә ул саҡта ауыл балалары араһында иң "грамотныйы" мин инем... Тел шулай яйлап бөтөр микән, әллә Маяҡҡа менеп тағы:"Помогите у меня!!!" -тип ҡысҡырырға микән...