Йәмғиәт
19 Февраль 2024, 09:50

Ил ҡулы тау күсерер

  Ил тупланһа – туп була, ил ойошһа – уҡ була, тип, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең хаҡлы ялдағы ветаран уҡытыусылары – районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре маскировка селтәре үрергә тотонған. Иҫке Собханғол ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зәкиә Суфиянова, уның менән оҙаҡ йылдар бер мәктәптә эшләгән коллегалары Гөлсөм Заманова, Сәлимә Яхина, Зәбирә Янтусова, Мәймүнә Вәлиева, Гөлнур Юлдашева  апайҙар ихлас тотонған был эшкә.  

Ил ҡулы тау күсерерИл ҡулы тау күсерер
Ил ҡулы тау күсерер

Ил ҡулы тау күсерер, тип белмәй әйтмәгән башҡорт. Нәҡ шулай: МХО-ға ярҙам йөҙөнән ойоҡ-бейәләй- бирсәткәһен дә   бәйләй, кейеҙ билбауҙар ҙа эшләй, блиндаж шәмдәрен дә әҙерләй, кәрәк-ярағына аҡсаһын да йыя халыҡ.

Ил тупланһа – туп була, ил ойошһа – уҡ була, тип, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең хаҡлы ялдағы ветаран уҡытыусылары – районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре маскировка селтәре үрергә тотонған.

Иҫке Собханғол ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зәкиә Суфиянова, уның менән оҙаҡ йылдар бер мәктәптә эшләгән коллегалары Гөлсөм Заманова, Сәлимә Яхина, Зәбирә Янтусова, Мәймүнә Вәлиева, Гөлнур Юлдашева  апайҙар ихлас тотонған был эшкә.

Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, мөхтәрәм уҡытыусылар, бар яҡтан килгән остаздарыбыҙ! Раббыбыҙ һеҙгә һаулыҡ, бала-саға, ейәндәр ҡыуанысы, ғаилә һәм ил-көн именлеге, бәхетле һәм тыныс ҡартлыҡ насип итһен!

Ил ҡулы тау күсерер
Ил ҡулы тау күсерер
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас