Йәмғиәт
19 Февраль 2024, 10:45

Байрамды баҙығайтҡандар

Бына әле бер төркөм оҫтабикәләр  - Нәсимә Науразбаева, Нәсимә  Хәйруллина, Наилә Мәсәғүтова, Әнисә Салауатова, Зәлиә  Тулыбаевалар  үҙҙәренең күҙҙең яуын алырлыҡ сергетыштары менән байрамды биҙәгән.

Байрамды баҙығайтҡандарБайрамды баҙығайтҡандар
Байрамды баҙығайтҡандар

 Мораҙым ауылында БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә район ҡышҡы ат ярыштарында  Байназар һәм Мораҙым ауылының әүҙем ағинәйҙәре районыбыҙҙың брендына әйләнгән сергетыштарынан  күргәҙмә ойошторған.

Районда 5-се йыл рәттән ағинәйҙәр, ҡул оҫталары “Сергетыш” проектын ғәмәлдә бойомға ашыра килә -  ҡышҡы саналы ат ярыштарын, яҙғы һабантуйҙарҙы биҙәй. “Айыҡ ауыл- 2024” проекты сиктәрендә “Сергетыш” проектының да урын алыуы – икеләтә байрам һәм ҡыуаныс.

Бына әле бер төркөм оҫтабикәләр  - Нәсимә Науразбаева, Нәсимә  Хәйруллина, Наилә Мәсәғүтова, Әнисә Салауатова, Зәлиә  Тулыбаевалар  үҙҙәренең күҙҙең яуын алырлыҡ сергетыштары менән байрамды баҙығайтҡан.

Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, оҫтабикәләр!

Байрамды баҙығайтҡандар
Байрамды баҙығайтҡандар
Байрамды баҙығайтҡандар
Байрамды баҙығайтҡандар
Байрамды баҙығайтҡандар
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас