Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 09:55

Хеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшы

Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, ти халыҡ. Раҫ һүҙҙәр.

Хеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшыХеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшы
Хеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшы

 Хеҙмәттәшебеҙ, “Таң” гәзитенең фотохәбәрсеһе Булат Самат улы Тимерғәлиев яңы ғына донъя күргән “ Бөрйән шуравиҙары” китабының фотограф-реставрациялаусыһы булараҡ әлеге китап бар матурлығында донъя күрһен өсөн күп көс һалған шәхес.

Бөгөн, Афғанстан Демократик Республикаһынан совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 35 йыллығын билдәләгән көндә, район мәҙәниәт һарайы биләмәһендә митинг үтеп, аҙаҡ район мәҙәниәт һарайында үткән байрам концерты һәм китаптың исем туйында, Булат Самат улына районда  әүҙем йәмәғәтселек эше алып барғаны һәм йәш быуынды хәрби-патриотик юҫыҡта тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының   Рәхмәт хаты тапшырылды.

Коллегабыҙҙы ошо айҡанлы ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшендә уңыштар  теләйбеҙ!

Хеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшы
Хеҙмәткә ваҡытында баһа алыу яҡшы
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас