Клара Мөнир ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында район мәҙәниәт бүлеген етәкләгәнендә кемдәргә таянып, кемдәр ярҙамында киң ҡырлы эште алып барыуын һөйләне, сараға саҡырылғандарҙың һәр береһенең ҡаҙаныштарын барлап, уларҙы үҙҙәренең ижады, эҙләнеүе хаҡында һөйләргә саҡырҙы, һәр шәхескә йөрәк түрендә йөрөткән рәхмәтен еткерҙе.
Тәүҙә оҙаҡ йылдар район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәрен етәкләп, мәҙәниәт өсөн тотош ғүмерен арнаған Сәүиә апай Әминеваның сығышын ихлас тыңланы халыҡ.Районда ғына түгел, республика конкурстарында призлы урындар яулаусы йырсылар Сәлимә Ғарифуллина, Айрат Баязитовтар үҙҙәренең сәхнә юлы, халыҡ йырҙарын өйрәнеү тарихы хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, халыҡ йырҙарын йырлап та ишеттерҙе. Гармунсы- баянсылар Рәшит Балдыбаев, Мөхәррәм Ҡасҡынбаевтар ҙа моңдаръя сөңгөлөнә сумып, халыҡ күңелен яулау тарихтарын бәйән итте, матур-матур көйҙәрҙе уйнап ишеттерҙе. Республикала үткән тәүге Салауат йыйынында сәсәндәр бәйгеһендә – Гран-при, “Әхмәт әйтеше”, “Ҡыҙыл йәйләүе”ндә беренсе урындар алып йөрөгән моң эйәһе Гүзәл Һырлыбаева, быйыл сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при алып ҡайтҡан сәсәнебеҙ Шәфҡәт Мәзитов, “Кәрәҙ” ҡорамасылар клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның сергетыштар эшләүҙе тергеҙеү, ошо монаят-ҡаралдыны тормошобоҙға индереү маҡсаты, алымдары менән уртаҡлашыуы ла күңелдәргә ятты.
Клара Мөнир ҡыҙы сараға саҡырылған һәр ир-атҡа рәхмәт һәм ихтирам йөҙөнән түбәтәй, ҡатын-ҡыҙҙарға бай тарихҡа эйә француз яулығы бүләк итте.
“Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү артабан да бергә һәм бер төптән халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләргә, рухты үҫтереү, телде, мәҙәниәтте һаҡлау юҫығында тағы ла нығыраҡ тырышлыҡ һалырға, тигән нотала тамамланды.