«Тиҙҙән хәрәкәтте асырға уйлайбыҙ», — тине Александр Клебанов.
Көнсығыш сығыу юлы — 2017 йылда Башҡортостан Хөкүмәте (концедент) һәм «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (концессионер, «ВТБ Инфраструктура холдингы»на инә) араһында төҙөлгән концессия килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округының мөһим инфраструктура проекты.
Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы яҡынса 40,3 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 4,5 миллиард һумын республика бүлә, 26,7 миллиарды — федераль, 9,1 миллиард һумдан ашыуы — концессионер аҡсаһы.
Фото:Александр Клебановтың телеграм-каналы