Йәмғиәт
7 Февраль 2024, 06:30

Ғилем юлы еңел түгел

Эйе, өммәт көсө – ғилемдә һәм берлектә. Ошоно аңлап, эшенә нигеҙ итеп алған бөрйәндәр.

Ғилем юлы еңел түгелҒилем юлы еңел түгел
Ғилем юлы еңел түгел

Ғилемде ҡәбергәсә өйрән, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын тормош үҙе дәлилләй.

Ҡасандыр, ирҙәр  һаны етмәү арҡаһында, йомалар йома булмай үтһә, мәсеттәр буш торһа, хәҙер, әлхәмдүлилләһ, районыбыҙ халҡы күпләп дингә килә, бигерәк тә йәштәрҙең тоғро юлды һайлауы ҡыуандыра.

Был тәңгәлдә лә  ҡатын-ҡыҙҙың әүҙемлеген әйтмәү яҙыҡ булыр – ҡасандыр әлепте таяҡ тип белмәгән апай-инәйҙәр хәҙер үҙҙәре остаз – мәҙрәсәләр, РИУ тамамлаусылар, онлайн белем алыусылар бихисап.

Мораҡ мәҙрәсәһендә белем алып, әле Ҡазандың “Апанай” мәҙрәсәһендә тәджүид буйынса белем алып йөрөүсе шәкерт һәм остаз Миңлегөл Рәхимйән ҡыҙы Ғәлина бөгөн үҙе ике төркөмдө уҡыта – берәүҙәр ғәрәп хәрефтәрен өйрәнһә, икенселәр инде октябрҙән алып  уҡып, хәреф махрадждарын (яһалыу урыны), сифаттарын өйрәнеүҙе тамамлап, тәджүид ҡағиҙәләренә ныҡлап тотонған.

Кисә “Әбделмән” мәсетендә доктор Айман Рушдий Сувайдтың тәжүид китабы буйынса белем алыусы төркөмдөң уҡығандарын йомғаҡлау сараһы булды.

Шәкерт-өләсәйҙәр тәүҙә хәҙистәргә мөрәжәғәт итте, уларға аңлатма бирҙе, аҙаҡ ғәрәп хәрефтәренең махраджы хаҡында ҡағиҙәләрҙе әйтте, Ҡөрьәндән миҫалдар килтерҙе.

Сарала райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов, “Әбделмән” мәсетенең имам-мөхтәсибе Илдар ағай Бикмөхәмәтовтар ҙа ҡатнашты. Хәсән Әхтәм улы дини ғилем алыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, мөхтәсибәт эшендә үәҙем ҡатнашҡан бер төркөм мөслимәләргә мөхтәсибәттең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Был сара ғәрәп ғәрефтәрен өйрәнеп йөрөүсе яңы төркөмгә асыҡ дәрес булһа, башҡаларға белгәндәрен нығытыуҙа ярҙам булды.

Эйе, өммәт көсө – ғилемдә һәм берлектә. Ошоно аңлап, эшенә нигеҙ итеп алған бөрйәндәр.

Ғилем юлы еңел түгел
Ғилем юлы еңел түгел
Ғилем юлы еңел түгел
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас