Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ республиканың ғилми һәм ижади берләшмәләре вәкилдәре менән осрашыуҙа Радий Хәбиров 2024 йылда «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө хаҡында һөйләне.
«Быйыл яңы бинаның төп өлөштәрен йөҙләүгә тотонор өсөн гранит эҙләй башланыҡ. Тышҡы яғын йөҙләү ике йыл дауам итер. Иң ҙур проблема - плитканы алып ҡайтыу. Тәүҙә Италиянан ҡайтартырға уйлағайныҡ, хәҙер башҡа варианттар эҙләйбеҙ, ҡарайбыҙ. Ҡырғыҙстандыҡын, Ирандыҡын. Быйылға бюджетты билдәләнек, төҙөүселәр яҡынса 700-800 миллион һум һораны. Беҙ 250 миллион һум аҡса бүлдек. Мәсет төҙөлөшөндә төп мәсьәлә финанслауға ҡайтып ҡала. Беҙ барыһын да хәл итеү юлын таптыҡ. Эске биҙәкләү эштәре өсөн күп ваҡыт кәрәк. Аныҡ ваҡытын әйтә алмайым. Әммә ниәтебеҙ етди, беҙ аҡса таптыҡ. Быйыл - 700 миллион һум. Киләһе йылға беҙҙә миллиард бар. Уларҙы ҡайҙан алырыбыҙҙы ла беләм. Әле йөҙләү эштәренән башланыҡ, һуңынан эске яҡтың проектын эшләрбеҙ. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтөрбөҙ», - тине Радий Хәбиров.
Фото:Олег Яровиков