Йәмғиәт
6 Февраль 2024, 07:20

Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!

Артабан һикәлтәлә эштәр ҡала. Инвалидтарға пандус эшләтеү зарурлығы бар. Кәртәнең бер өлөшөн заманса тимер менән кәртәләү бурысы тора. Ҡыҫҡаһы, оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә –шул, тигәндәй, йәмиғ мәсетебеҙҙе тулы камиллығына еткереү өсөн әле байтаҡ тырышаһы бар.

Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!
Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!

Барыбыҙға мәғлүм: район үҙәгендә фәҡәт халыҡ көсө менән  “Фурҡан” йәмиғ мәсете төҙөлә. Әлхәмдүлилләһ, былтырҙан алып мәсет эсендә ғибәҙәт ҡылыр, сабыйҙарға исем ҡушыр, никахтар уҡыр, дини ғилем алыр мөмкинлек бар.

Әле район мөхтәсибәте мәсет эргәһендә йылытылған тәһәрәтхана төҙөтөү менән мәшғүл.

Райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов әйтеүенсә, тәһәрәтхана үҙе миллион һумдан ашыуға төшә. Бина файҙаланыуға әҙер булыуға яҡынлай – эскә йылы һыу ингән, иҙәндәре йылытыла, кафель йәйелгән, йыуынғыстар ҡуйылған, эсе яҡтыртылған. Әле бүлемдәр эшләргә ҡалған. Был эштәрҙе атҡарыуға 56 мең һум аҡса кәрәк. Яңыраҡ Ишембайҙан плитә түшәүселәр килеп һәптеюҡ эш ыратҡан. Тәһәрәтхананы эшләтеү (эшселәргә эш хаҡы ғына түләү) 140 мең һумға төшкән.

Артабан һикәлтәлә эштәр ҡала. Инвалидтарға пандус эшләтеү зарурлығы бар. Кәртәнең бер өлөшөн заманса тимер менән кәртәләү бурысы тора.

Ҡыҫҡаһы, оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә –шул, тигәндәй, йәмиғ мәсетебеҙҙе тулы камиллығына еткереү өсөн әле байтаҡ тырышаһы бар.

Мәсет төҙөлөшө өсөн джәриә саҙаҡаһы биргәндәргә Аллаһтың рәхмәттәре төшһөн!

Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!
Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!
Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!
Халыҡ көсө - киләсәк өсөн!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас