Бөгөн ошо фотоға, юлыҡтым...
Кемдәр? Ҡайһы районындағы инәйҙәрҙер? Ҡайһы ауыл икәнен дә белмәйем.
Тик....
Был фото беҙҙҙең баласаҡҡа алып ҡайтты.
Атайым бар күрше ауыл халҡын ДТ -75 менән (тракторҙың исеме шулай иҫтә ҡалған) район үҙәгенә ташый (йөрөтә) торғайны. Кистән барлыҡ күрше ауылдар ылаусылары беҙгә килеп йоҡлай торған инеләр.
Алғы яҡта ярты өй буйы урындыҡ булды. Килгән юлсылар шул урындыҡта йоҡлай (сөнки таңғы сәғәт 3-4-тәрҙә юлға сығырға). Толоптарға төрөнөп, аҫтарына күпертеп бесән һалып ултырып алалар ҙа район үҙәгенә юлланалар...
Ә беҙ, ете бала, төпкө бүлмәлә. Боронғо өйҙәр (алғы яҡ, төпкө яҡ тип йөрөтөлдө).
Әсәйем самауырын ҡуйып, таң менән юлсыларға сәй эсереп, уларҙы юлға оҙатып, фермаға эшкә бара торған ине.
Юлсылар юлға сыҡҡандан һуң уҡыусы балалар, беҙ, берәм-берәм тороп мәктәпкә барырға әҙерләнәбеҙ. Апайҙар Ырғыҙлыла уҡый, беҙ - башланғыс класс уҡыусылары, ауылыбыҙҙың мәктәбендә уҡыйбыҙ.
Беҙ тороп йөрөй башлауға әсәйебеҙ эштән ҡайта. Ап-аҡ бәҫтәргә төрөнөп. Ошо мәлдә, ҡышҡылыҡ, өҫтә куфайка, ә аяҡта, көн торошо ниндәй булһа ла - резина итектәр. Мин хәҙер һәр ваҡыт уйлайым - ни өсөн, итектәрен фермала ҡалдырып, быйма кейеп йөрөмәне ләр икән, әллә юҡлыҡ шулай кейергә мәжбүр итте микән һауынсыларға...
Бала саҡ хәтирәләрем сағыу булып иҫтә минең һәр саҡ. Һағыныу, яратыу менән яҡты бер ҡыуаныслы мәл булып күңелемдә уйылып ҡалған ул саҡтар...
Рузалия Ҡаһарманова, Яңы Усман ауылы.
(Ҡотанда йәшәгән саҡтағы хәтирәләр).
Мәғлүмәт һәм фотолар Рузалия Ҡаһарманованың шәхси сәхифәһенән.