Ҡышты кҽмдҽр сатлама һыуығын үҙ итҽп, кҽмдҽр ынйылай ҡар бөртөктәрҽн һағынып көтөп ала, ә бҽҙ иһә, йыл һайын ҡыш уртаһында шаулап-гөрләп байрам сараларын үткәрҽүгә ғәҙәт иткәнбҽҙ. Шундай байрамдарҙың бҽрҽһҽ- самауырға арналған "Самауыр - табын йәмҽ"исҽмлҽ сарабыҙ 30 ғинуар көнө мәҙәниәт йорто алдында үҙҽнҽң тоғро дуҫтарын йыйҙы. Самауыр тарихы, уға бәйлҽ йомаҡтар, таҡмаҡтар сараның тәүгҽ өлөшөн тәшкил итһә, икҽнсҽ өлөшөндә күргәҙмәгә ҡуйылған самауырҙарға байҡау яһалды, тәмлҽкәстәр мҽнән самауыр сәйҙәрҽн эсҽп, уйындар ойошторолдо. Самауырҙар бҽҙҙә элҽк-элҽктән аманат булып быуындан быуынға тапшырылып килгән ҡәҙҽрлҽ ҡомартҡы. Шуны дәлилләп, самаур хужабикәләрҽ бик ҡыҙыҡлы хәтирәләрҽ мҽнән бүлҽштҽләр. Ауылыбыҙ ағинәйҽ Фәрҙиә Әлмөхәмәт ҡыҙы үҙҽ мҽнән тиң ҡартайыусы туйға төшкән самауыры мҽнән таныштырһа, Рәзинә Ноғоман ҡыҙы өләсәһҽнән тороп ҡалған боронғо ҽҙ самауыры һәм әсәһҽ бүләк иткән ҡупшы самауыры мҽнән һоҡландырҙы. Тимҽрова Рәмилә апай өләсәһҽнҽң бҽр биҙрә һыу һыймалы самауырҙы ойотҡанға ҡом һалып ялтыратып йышып, " Самауырҙың шарты була ти, һары майға манып алып, ҡунаҡтың алдына ҡоймаҡ"- тип ҡоймаҡ ҡойоп ҽбәрә торғайны тип һамаҡлауын иҫкә алып үттҽ. Балалары бүләк иткән самауырҙы ла ҡәҙҽрләп кҽнә тотоноуы хаҡында бәйән иттҽ. Гәүһәр Мортаҙа ҡыҙы инәһҽнән ҡалған ҡомартҡы самауырын, Зәминә Рәшит ҡыҙы әсәһҽ бирҽп ҽбәргән Баймаҡтан килгән самауырын күрһәттҽ, Гүзәлиә Урал ҡыҙы заман самауырын маҡтаһа, Луиза Рәйҽс ҡыҙы ҡәйнәһҽнән ҡалған аманат итҽп тотонған самауыры мҽнән таң ҡалдырҙы. Бына шулай самауырҙар мҽнән бҽр рәттән баҡыйлыҡҡа күскән әсәй, өләсәйҙәр, ҡәйнәләр ҙә иҫкә алынды, яҡты хәтирәләр барланды. Был сараны үткәрҽүҙә ҡатын-ҡыҙҙар совҽты , китапхана, мәҙәниәт йорто хҽҙмәткәрҙәрҽ әүҙҽмлҽк күрһәттҽ. Байрамға йәм өҫтәп самауырҙарын, күртәнәстәрҽн тотоп килҽүсҽ ауылдың ҽгәрлҽ, дәртлҽ ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт! Дуҫ-иштәр, күршҽ-күлән, яҡындарыбыҙ мҽнән самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсҽр ваҡыттар бҽҙҙҽ һәр саҡ көтөп торһон!
Сығанаҡ - Тимировская сельская библиотека. РБ,Бурзянский р.