Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 14:10

Намаҙ уҡымаһам да булмаймы?

Һорау: “ Мин инде 70 йәштәр тирәһендәге оло кешемен. Эсмәйем, боҙоҡ эштәр ҡылмайым, тик, хәтерем насар булыу сәбәпле, намаҙ уҡый алмайым. Ҡыҫҡаһы, намаҙҙа булған доға, сүрәләр башҡа инмәй ҙә ҡуя. Ҡулымдан тиҫбе төшөрмәйем, дини календарҙарҙы алып уҡыйым. Намаҙ уҡымаһам да булмай микән? Хәҙрәттәр нимә тип кәңәш бирер икән?”

Намаҙ уҡымаһам да булмаймы?
Намаҙ уҡымаһам да булмаймы?

Һорауға яуапты райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов бирә:

“ Әс –сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!  Намаҙ – ислам диненең 5 терәгенең береһе. Ысын күңелдән Аллаһҡа ышанып, телең менән шәһәҙәт әйткәс, икенсе булып намаҙ үтәү бурысы тора. Намаҙ уҡыуҙы ғалимдар, бөйөк дин әһелдәре түгел, ә Аллаһы Тәғәлә Үҙе Ҡөрьән аяты менән бойорған. Шуға намаҙ мотлаҡ үтәй торған бурыстарҙан һанала, үтәмәй икәнһең, гонаһ. Намаҙҙан бәлиғ йәшенә етмәгән (диндә 9-12 йәш) балалар, аҡылы теүәл булмағандар ғына азат. Ауырыу кеше лә, сире ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, намаҙын үтәргә тейеш. Ныҡ хәле булмаһа, ятып, ултырып уҡып булһа ла. Дин кешегә ауырлыҡ йөкләмәй.

Был апайҙың тиҫбе тартыуы, дини календарҙар уҡыуы – һәйбәт ғәмәл, сауаплы, әммә хатта тотош Ҡөрьәнде уҡып сығыу ҙа, мең дини календарҙы уҡыу  ҙа хатта ике рәҡәғәт намаҙҙы алмаштыра алмай, сөнки улар – сөннәт ғәмәл,ә намаҙ – фарыз.

Кеше иң беренсе сиратта фарыз ғәмәлен үтәргә тейеш. Намаҙ уҡымаған өсөн теге донъяла яуап тотасаҡбыҙ. Әгәр намаҙҙарыбыҙ теүәл, дөрөҫ булһа,артабанғы хәлебеҙ  яҡшы буласаҡ.

Был һорау биргән апай Аллаһтан ихласлыҡ менән хәтере нығыныуын, Аллаһтың күңеленә намаҙҙағы доға-сүрәләрҙе уйыуын һораһын – Аллаһтың ҡөҙрәте киң – ул ҡолдарының һорағанын биреүсе Зат. Минеңсә, был апай әлегә үҙенә бер сик-баһа (установка) ҡуйып алған – минән булмай, намаҙ уҡымаһам да бара, тигәнерәк. Аллаһҡа тәүәккәлләп, ғилем алыу, фарыздарҙы үтәү юлында саҡ ҡына тырышлыҡ һалһа, иншәә Аллаһ, намаҙ уҡыусылар рәтендә булыр. Хәтере ныҡ насар кеше лә ашарға, кейенергә, теге-был эштәрен үтәргә онотмай бит. Намаҙға ла етди, яуаплы ҡарау, уны, ниндәй хәлдә лә, үтәү шарт.

Дини китаптарҙы уҡыйым, тигән бит апай. Ана шул китаптарҙа иң беренсе сиратта намаҙ һораласаҡ, намаҙ -  ике донъя бәрәкәте, йәннәт асҡысы икәнлеге хаҡында яҙыла бит. Намаҙ ҙа – зекер, сөнки унда Аллаһты иҫкә алаһың, Уның менән әңгәмә ҡораһың, Ҡөрьән сүрәләрен, аяттарҙы уҡыйһың. Ғилем алыу ҙа – фарыз. Алған ғилемде ғәмәлдә файҙаланып, Аллаһ ҡушҡанса йәшәйек, йәмәғәт, отолмаҫбыҙ, ике донъяла ла бәхетле булырбыҙ.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: