“ Ғилемгә ынтылыу – һәр мосолман ир-аттың һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙың бурысы”, - тиелә Табарани, Байхаҡи һ.б. килтерелгән хәҙистә.
“ Кем өйөнән ғилем алырға тип сыға, шуға Аллаһы Тәғәлә йәннәткә юлын еңеләйтер” , - тиелә йәнә Мөслим, Тирмизи, Хәкимдән килтерелгән хәҙистәрҙә.
Ләхет таҡтаң ябылғансы ғилем өйрән, тип тә ебәрәләр – күреүегеҙсә, динебеҙ ислам да, халыҡ әйтемдәре лә ғилем алыуға ҙур иғтибар, өҫтөнлөк бирә.
Һеҙ һүрәттә күргән нурлы инәйҙәр – Алағуян буйында йәшәгән ханымдар. Рәсәй ислам университетының 4-се курс студенты, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина етәкселегендә ғәрәпсә әлифба һәм тәджүид ҡағиҙәләрен өйрәнеп, дини ғилем арттырыусы уңғанбикәләр.
30 йылдан ашыу педагогик хеҙмәт стажына эйә остазға үҙе уҡыған вуздағы методика буйынса инәйҙәрҙе хәреф таныуға, дөрөҫ тәджүид менән Ҡөрьән уҡыу серҙәренә өйрәтеү ауыр түгел.
Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, ти халыҡ мәҡәле. Бик раҫ һүҙҙәр.
Ҡиәмәт көнөндә бөтәһенән нығыраҡ белем алыу мөмкинлегенә эйә булып та, ошо мөмкинлек менән файҙаланмаған кешегә ҡыйын булыр, тиелә Ибн Асакирҙан риүәйәт ителгән хәҙистә.
Уҡырға һис ҡасан һуң түгел, йәмәғәт!