Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 17:20

Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар

Исламбай ауылында фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлиуллина Нурия Әхмәҙинур ҡыҙын уҡыусылар "Хеҙмәтенә күрә хеҙмәте" исемле осрашыу кисәһенә саҡырғандар.

Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар
Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар

"Ауылдашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, бик күп йылдар Исламбай ауылында фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлиуллина Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы менән "Хеҙмәтенә күрә хеҙмәте" исемле осрашыу кисәһе үткәрҙек.
Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы сабыр холҡло, шифалы ҡулдары менән күптәргә дауаланырға ярҙам иткән, ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған кешеләрҙең береһе. Ул һәр ваҡыт ярҙамсыл булды, сабыр ҡараштары менән дә кешене тынысландырып, эшенә бар күңелен һалып башҡарҙы. 
Сараны Исламбай ауыл китапханасыһы Әхмәтйәнова Флүзә Батыр ҡыҙы менән директор кәңәшсеһе Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы алып барҙы.

Нурия Әхмәҙинур ҡыҙы үҙе тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе", тип яҙалар "Баласаҡ навигаторы" төркөмөндә.

Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар
Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар
Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар
Хаҡлы ялдағы фельдшер менән осрашҡандар
Автор:
Читайте нас: