Күҙ теймәһен – беҙҙең уғатарҙар бер ерҙә лә һынатмай. Төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөһәләр ҙә, күңелдәренә яҡын , ҡандан һеңгән шөғөлдәрен ташламай, пьедестал артынан пьедестал яулап, беҙҙе һөйөндөрөп кенә торалар!
Бына әле райондың 9 иң мәргән уҡсыһы өҫтәмә һөнәргә эйә булған – улар Яҡут-Саха Республикаһының Чурапчи ҡалаһындағы физик тәрбиә һәм спорт институтында курс тамамлап, үҙҙәренең ғилми-проект эштәрен һәм презентацияларын тик “бишле” гә яҡлап, “ Милли йәйәнән атыу:тренерлыҡ эшмәкәрлеге” тигән өҫтәмә һөнәри программа буйынса квалификация күтәреүгә танытма алған.
Бөрйән данын ғына түгел, Башҡортостан данын күтәреп, башҡортлоҡто донъя кимәлендә танытып йөрөгән яҡташтарыбыҙға яңынан-яңы уңыштар, осҡор күҙ, бөтмәҫ таһыл, һөнәри оҫталыҡ , ғаилә именлеге, һаулыҡ насип булһын!
Документығыҙҙың мәнфәғәтен күреп, районда уғатарҙар отрядын арттырыуға яҙһын!