Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 15:30

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Был аҙнала 6 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Районда бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Бала тыуыу, айырылышыу осраҡтары булмаған. 6 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 39 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә ирекле рәүештә ҡорал тапшырыу (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), шәхси документтар юғалтыу (3), ғаилә низағы (1), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (1), йортта мәйет табылыу (3), ағас үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (1) һәм башҡалар (23) бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 52 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 40 протокол.

Автор:
Читайте нас: