Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 21:50

15 йылдан һуң да һуң түгел!

Рәхмәт әйтергә!

15 йылдан һуң да һуң түгел!
15 йылдан һуң да һуң түгел!

Эйе, изгелек эшләргә бер ваҡытта ла һуң түгел. Рәхмәт әйтергә лә. Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, билдәле. Шулай ҙа, рәхмәт һүҙен үҙең менән йөрөткәнсе, әйтеләсәк кешеһенә еткереп ҡуйыу  һәйбәт.

Редакцияға бөгөн бер ҙур йомош менән бер ир-ат килде. Аноним булһын исемем, тик күңелем төбөндә йөрөгән рәхмәт һүҙҙәрен Рөстәм Рәхимйән улы Вәлиуллинға еткергем килә, тине.

Хәл былай була. 2008 йылдар тирәһендә был егет Бүрәт Республикаһында Улан –Удэ ҡалаһында тәүҙә әрме хеҙмәтендә (срочник), аҙаҡ контракт нигеҙендә 3 йыл да 4 ай хеҙмәт итә.

Ул саҡта теге кнопкалы телефондар. Бер мәл телефонын юғалта был.  Ә унда – тыуған ғаилә, туғандар, дуҫ-иш менән бәйләүсе бөтә телефон номерҙары. Исмаһам, әсәһенең телефонын яттан белһәсе, юҡ бит, шул бер ус аяһындай нәмәгә ышанып, бер номерҙы ятҡа бикләмәгән.

Шылтыратмағас, әсәйем, туғандар борсоласаҡ, тип бошона егет. Шунан , яңы телефон, симка һатып алып, 927-нән башлап, күңеленә оҡшаған һандарҙы йыйып шылтырата башлай. Башҡортостанға төшә күбеһенсә шылтыратыуҙар. Бер әбей, эй-й, балам, шылтыратыр инем, күҙем күрмәй шул, тип йәлләй.

Бер заман бер иргә төшә шылтыратыу. “Һеҙ Бөрйәндеке түгелме?”-тип һорай хәрби егет. “ Эйе”, -була яуап. Иҫке Собханғол ауылы кешеһе, оҙаҡ йылдар Иҫке Собханғол мәктәбендә информатика уҡытҡан Рөстәм Рәхимйән улы Вәлиуллин булып сыға ул.

Яҡташ егеттең үтенесен үтәп, шул төндә үк егеттең әсәһенә улының яңы телефон номерын алып барып бирә Рөстәм Рәхимйән улы. Егеткә таң менән әсәһе шылтыратып та ебәрә.

“Рөстәм ағайға ҙур рәхмәт – ош һүҙҙәрҙе ишетһә ине, байтаҡ һыуҙар аҡһа ла”, -ти әңгәмәсем.

Эйе, рәхмәтле була белеү – үҙе  матур сифат, изге ғәмәл. “Таң” төркөмөндә, моғайын, Рөстәм Рәхимйән улы ултыралыр – үҙе ҡасандыр ҙур ярҙам күрһәткән яҡташ ир-уҙамандың ОЛО РӘХМӘТЕН ысын күңелдән ҡабул итеп алһын ине!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: