Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 12:20

Әсәйҙәр - донъя йәме, әсәйҙәр донъя ҡото!

Һәр кемгә үҙ әсәйе иң яҡшыһы, иң яғымлыһы, иң-иңе! Минең әсәйем Нурғәлина (Ямгурсина) Ғилмиһан Сәйетғәле ҡыҙы 1960 йылда Әтек ауылында күп балалы ғаиләлә 4-се бала булып донъяға килгән. Бала саҡтан эш айырмай, хеҙмәт һөйөп үҫкән.

Әсәйҙәр - донъя йәме, әсәйҙәр донъя ҡото!
Әсәйҙәр - донъя йәме, әсәйҙәр донъя ҡото!

Бик күп йылдар Бөрйән урман сәнәғәте хужалығының (леспромхоз) склад мөдире була. Эшен намыҫлы башҡара әсәйебеҙ. Кешегә ҡарата алсаҡ, ябай булғаны өсөнсө коллегалары уны хөрмәт итә. Леспромхоз ябылғас, әсәйем аҙыҡ-түлек магазинында 10 йылдан ашыу һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Әсәйем туған йәнле, ихлас, егәрле, йыр-моңға ғашиҡ кеше. Уның тауышы сылтырап аҡҡан шишмә төҫлө. Инде беҙ, өс балаһы, ҙурайышып бөтәһәк тә, Әсәйебеҙ беҙҙе һаман хәстәрләп тора. Бер ейәне, ике ейәнсәренә ул яҡшы өләсәй ҙә. Ошо матур байрамда яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тик бәхеткә тулы көндәр генә теләйбеҙ!

Йөҙөң алсаҡ, исемең дә
Бигерәк матур- Ғилмиһан.
Күңелең тулы гөл-сәскә,
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ йыһан!

Тәрбиә биреп, уҡытып,
Һин беҙҙе кеше иттең.
Балаларым өсөн тиеп
Көс, тиреңде күп түктең.

Һаулыҡ, именлек, шатлыҡ
Теләйем һиңә, әсәй!
Атҡан таңдар яҡты булһын,
Ҡыуаныстарҙа йәшә!

Автор:Гүзәл Ғәбитова
Читайте нас: