Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 12:00

Минең әсәйем

Мин    әсәйемде  ныҡ  яратам. Ни  өсөн  тиһегеҙме? Ул  иң  матур  әсәй. Минең  әсәйемдең   исеме  Нәйлә. Ул  Килдеғол  ауылында  социал хеҙмәткәр булып  эшләй. Бәләкәй  сағында мин  уҡыған мәктәптә белем  алған. Ҙурайғас, Белорет  медучилищеһында   уҡыуын  дауам  иткән. Әле  атайым  менән  бергәләп  беҙҙе  үҫтерәләр. Улар  класташтар.

Минең әсәйем
Минең әсәйем

 Минең  апайым  һәм  ағәйым  бар. Улар  мәктәптә  уҡыйҙар. Мин  дә 3-сө  класс уҡыусыһымын. Әсәйем  беҙҙе  ныҡ  ярата. Көн  дә  мәктәпкә оҙата  һәм тәмлекәстәр  бешереп ҡаршы  ала. Уның  бешергән  ашы  ныҡ  тәмле! Әсәйем баҡсабыҙҙа төрлө  сәскәләр, йәшелсәләр  үҫтерә. Йәйгеһен  урам  эсебеҙҙә ҡаҙ, тауыҡ, күркә себештәре  йүгереп  йөрөй. Мин  уларҙы  ҡарашам.

    Әсәйем  минең сәсемде төрлөсә  үреп  ебәрә, дәресемде  әҙерләшә. Иҙән  йыуырға, бүлмәмде йыйыштырырға, тәмлекәс   бешерергә  өйрәтә. Мин   әсәйемә  ярҙам  итәм. Ул көлһә, миңә лә рәхәт булып китә. Беҙ  ғаилә  менән еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ. Шулай  ҙа  иң оҡшағаны Яҡтыкүл буйында ял итеү булды. Мин кинйә булғас рәхәт. Атайымдар ҡунаҡҡа барһалар  мине лә алып  йөрөйҙәр. Әсәйем өйрәткән бейеү менән  “Байыҡ -2023” телевизион конкурсында  ҡатнашып лауреат  һәм  махсус  призға лайыҡ  булдым. Өфөлә  бейеү  миңә  бик  оҡшаны. Әсәйем шул  тиклем  ҡыуанды. Рәхмәт һиңә,әсәкәйем! Ул  мине һәр саҡ маҡтап,яратып тора. Ҡайһы саҡта әрләп тә ебәрә инде. Шулай  ҙа минең әсәйем иң матуры! Мин  уға оҙон ғүмер,һаулыҡ теләйем.

Автор:Әдилә Ғиләжова, Килдеғол ауылының 3-сө класс уҡыусыһы
Читайте нас: