Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 13:00

Доғалы бирсәткәләр

Һәр күҙҙе изге теләк, доға менән элгәс, был бирсәткәләрҙең йылылығына шик юҡ!  

Доғалы бирсәткәләр
Доғалы бирсәткәләр

Ғәлиәкбәр уңғандары ла тотонған өс бармаҡлы бирсәткә бәйләргә. Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы, тип, күмәкләп кис ултырып, хәл-әхеүәл белешеп, сөкөрләшеп һөйләшеп, изге доғаға ҡушып бәйләм бәйләүҙәре. Афарин, уңғанбикәләр – аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, һеҙҙең хеҙмәт емештәре яугирҙәрҙең ҡулын ғына түгел, күңелен дә йылытһын, Алла бирһә!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: