Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 15:20

Йыл педагогы “ Аҡбуҙат”та эшләй

Бөгөн Баҙал биҫтәһендәге мәктәп-баҡсала мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының “ Йыл педагогы” конкурсының финалы үтеп, райондың иң-иң тәрбиәселәре асыҡланды.

Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы “ Аҡбуҙат”та эшләй

Исем-шәрифтәрен ете уратып әйтһәң дә аҙ булғандай ете  шәп тәрбиәсе, логопед, психолог,музыка етәксеһе,  ҡыҫҡаһы, районыбыҙҙың иң йәш граждандары менән эш итеүсе остаздар төрлө яҡлап көс һынашты унда.

Тәүге тур “ Визитка” нан ғибарәт булып, һәр конкурсант үҙе менән таныштырһа, икенсе турҙа ҡыҫҡа ғына ваҡытлы мастер-кластарҙа педагогтар үҙҙәренең бар һәләтен, тәжрибә багажын, оҫталығын, аң-белем даирәһен күрһәтә алды. “Һорау-яуап” туры белгестәрҙең жюри биргән һорауҙарға тиҙ һәм нигеҙле яуап бирә алыуын, сетерекле ситуациянан сыға алыу һәләтен билдәләне.

Һөҙөмтәлә, райондың иң шәп “ Йыл педагогы - 2023” исеменә һәм конкурстың Гран-прийына  Иҫке Собханғолдағы “ Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының  педагог-психологы Гөлгөнә Әхмәт ҡыҙы Ғәйнуллина лайыҡ булды ( Маҡтау ҡағыҙы һәм 15 мең һумлыҡ сертификат).

Беренсе урында – Әбделмәмбәт ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Абдуллина, икенсе урында – Яңы Усман балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Баязитова, өсөнсө урында -  Баҙалдағы мәктәп-баҡсаның логопеды Алиса Фәтхетдинова, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы еңеүсеһе – Яңы Усман балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Раушания Мәжитова, “ Педагогик перспектива” номинацияһы еңеүсеһе – Баҙалдағы мәктәп-баҡса тәрбиәсеһе Гөлйөҙөм Исҡужина, “ Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһы еңеүсеһе – Ғәлиәкбәр балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Үтәғолова.

Сара Баҙалдағы мәктәп-баҡса тәрбиәләнеүселәрҙең шәп сығыштары менән үрелеп барҙы.

Еңеүселәрҙе иһә республика кимәлендәге тағы ҙурыраҡ конкурс көтә.

Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы  “ Аҡбуҙат”та эшләй
Йыл педагогы “ Аҡбуҙат”та эшләй
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: