(9-16 ноябрь)
Демография
Районда 2 бала тыуған, 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыу осраҡтары булмаған. 2 райондашыбыҙ вафат булған.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 25 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә транспортты (30 минутҡа тиклем) ҡыуып алып китеү (1), кеше юғалыу (1), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), юҡ итеү йәки ваҡытлыса һаҡлау өсөн граждандар йәки ойошма тарафынан ирекле рәүештә ҡорал тапшырыу (1), үлтереү менән янау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), шәхси милек, документтар урлау (1), ғаилә низағы (1), йәмғиәт урынында эскән килеш йөрөү (1), шәхси документтар юғалтыу (1), алимент, һалым, кредиттар түләүҙән баш тартып йөрөү (1), административ хоҡуҡ боҙоу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2) һәм башҡалар бар.
ЮХХДИ тарафынан 44 протокол төҙөлгән.