Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 10:25

Мөшкәт нимә була?

Һүҙ-мәрйендәребеҙҙе юғалтмайыҡ!

Мөшкәт нимә була?
Мөшкәт нимә була?

 Әүәле балалар рус теленән өйгә эш һорай ине, хәҙер - башҡорт теленән. Ғариза яҙып уҡыған телгенәбеҙҙе бөтөрөп алып барабыҙ шулай.  Батып барған саҡта һуңғы һаламға булһа ла йәбеш, тиҙәр. Телебеҙҙе киләсәк быуындарға үҙ матурлығында, тулы камиллығында һаҡлап алып ҡалыу өсөн һәр беребеҙ үҙ тәңгәлендә хәленән килгәнсе эшләһен ине.

Ауыҙ тултырып балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән башҡортса һөйләшәйек. Бит рус, инглиз, ғәрәп һ.б. телдәрҙе бер көндә өйрәнмәйбеҙ – хәтер янсығына көн дә бер-ике һүҙ өҫтәйбеҙ. Туған телебеҙҙәге бер һүҙҙе, уның мәғәнәһен  көн һайын балалар  хәтеренә уяйыҡ.

Бөгөн заманында беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең теленән төшмәгән бер һүҙҙе яҙабыҙ – МӨШКӘТ.

Был һүҙ нимәне аңлата? Мөшкәтте ҡасан, ҡайҙа, нимәгә ҡулланалар. Ошо әңгәмәгә балаларығыҙҙы ла ҡушығыҙ – хәтерҙәренә бер һүҙебеҙҙе булһа ла һалырҙар.

Киттек! Мөшкәтле боронғо фотоларҙы һалһағыҙ, тағын да һәйбәт.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: