Бәләкәйерәк саҡта әсәйҙән һорай инек: “ Һин 9 балаңдың ҡайһыһын нығыраҡ яратаң?”-тип.
“ Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта”, -тип яуап бирер ине әсәй. Ҡыҙыҡһынып, бармаҡтарҙы алмаш-тилмәш тешләп ҡарай инек – бала саҡтың бер ҡатлылығы!
“Хәсән хәҙрәттән өс хәҙис” рубрикаһына хәҙистәр ҡуйғанда ошоноң тапҡырлығына тағы төшөндөм – ана бит, хәҙис тә балаларығыҙ араһында ғәҙел хөкөмлө булығыҙ, ти. Аҡылдың үҙе инде хәҙистәр. Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ, ятлайыҡ уларҙы, хәҙис аҡылына таянайыҡ тормошта.
“ 1001 хәҙис” китабынан һеҙҙең иғтибарға райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов һайлаған 3 хәҙис:
1.Харамдарҙан һаҡланһаң, иң ғибәҙәтсел (ғибәҙәт – доға, намаҙ, ураҙа – Аллаһҡа буйһоноп, табынып эшләгән изге ғәмәлдәр, тән ғибәҙәттәре – тәһәрәт, ғөсөл, тел ғибәҙәттәре – Аллаһты зекер итеү һ.б.) кеше булырһың, Аллаһы Тәғәлә һиңә ни бирһә, шуға ҡәнәғәтлән – иң бай кеше булырһың. Күршеләреңә яҡшы бул – мөьмин булырһың. Үҙең һөйләгән нәмәләрҙе арттырма. Күп көлөү күңелде үлтерә.
2.Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, балаларығыҙ араһында ғәҙел хөкөмлө булығыҙ.
3.Бер хөрмә биреп, юҡ икән, күркәм (яҡшы) һүҙ менән булһа ла, уттан (тамуҡтан) һаҡланығыҙ.