Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2023, 09:40

Ҡыҙҙан ҡыҙ быуаҙый

Ошо мәҡәл-әйтемде ишеткәнегеҙ бармы?

Ҡыҙҙан ҡыҙ быуаҙый
Ҡыҙҙан ҡыҙ быуаҙый

Йәки беҙҙең мәҡәл-әйтемдәрҙәге фәлсәфә һәм аҡылдың тәрәнлеге, кинәйәһе

Беҙҙең мәҡәл-әйтемдәрҙәге аҡылға иҫең китәрлек бит ул. Бәғзеләре хаҡында уйланып йөрөп, тотош фәлсәфәгә төшөп китәһең, ҡайһыларындағы кинәйәне аңларға баш та етмәй ҡала.

Яңыраҡ үҙебеҙҙең әхирәттәр чатында пыр туҙып “Ҡыҙҙан ҡыҙ быуаҙый” тигән  мәҡәл-әйтемде тикшереп алдыҡ. Был әйтемде әсәйем мәрхүмәнән ишеткән бар – ул беҙҙҙе мәҡәлдәр ярҙамында тәрбиәләне: бер аяғығыҙҙы баҫҡансы, икенсеһен эт ашай, эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа, күк энәнең к.тен этә белмәйһегеҙ һ.б. Әсәйем ошо мәҡәл аша ни әйтергә теләне икән, тип баш вата инек, шулай ҙа, ситуацияға ҡарап, уның ни әйтерен һиҙемләнек, тойҙоҡ.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – һүҙ башындағы мәҡәл һеҙгә танышмы, ул нимәне аңлата? Ҡайһы осраҡта әйтелә? Беҙҙең Бөрйән яғына ғына хасмы?

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: