Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2023, 08:00

Күңел нуры һүнмәү шарт

Иҫке Собханғол ауылы егете Илшат Шәриповты һынауҙар ул тыумаҫ борон көтөп торған була – бер күҙе менән проблемалы тыуған сабыйының һаулығы, бәхете, тиңдәр араһында тиң булып китеүе өсөн  көрәш тәмен иренән иртә тол ҡалып, 4 балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән Зилә апай ғына беләлер.

Күңел нуры һүнмәү шарт
Күңел нуры һүнмәү шарт

13 ноябрь - Халыҡ-ара насар күреүселәр көнө

Атаһы Рәхимйән ағай баҡыйлыҡҡа күскәндә төпсөк Илшатҡа 8 йәш кенә була әле.  Атай урынына ла, әсәй урынына ла ҡалған Зилә апай донъя йөгөн балалары менән берәшкәләшеп тарта, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, хәләл көс менән мал табырға өйрәтә, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, уларҙан сығыу яйын эҙләргә өндәй.

Бәхет кенә түгел, бәғзе саҡ бәлә лә ише менән йөрөүсән бит ул – инде уҡып бөттөм, кеше булдым, тигәндә Илшатты күҙенә бәйле тағы бер бәлә аңдып тора – бер сыуалышта таш тейеп, зарар күрә.

Туғыҙынсы кластан һуң һөнәрселек училищеһында уҡыған Илшаттың яҙмышы ошо аяныслы хәлдән һуң икенсе юҫыҡ ала – йәшәргә, эшләргә, һәр ҡайҙа ла үҙең булып ҡалыр кәрәк, кеше көнлө булып ултырыу уға ситен.

Матурлыҡҡа, киләсәккә, аҡ өмөткә ынтылып йәшәгәндәр рухы менән көслө, тәбиғәте менән ныҡ. Нәҡ шулар һынаулы-кәртәле тормош юлдарын үткәндә башҡаларға үрнәк тә инде...

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: