Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2023, 17:05

Фәһемле осрашыу

МХО-ла ҡатнашыусы егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашыу үткән

Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу

“ Бөгөн Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан  егеттәребеҙҙең  ата - әсәләре менән район вәкилдәре ,ауыл хакимәте башлығы,йәмәғәт башланғысында торған ойошма етәкселәре ҡатнашлығында бик фәһемле осрашыу булып үтте. Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова,Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы  Ҡунафина, Азат Ғәле улы Мәзитов һалдат әсәләренең хәлдәрен белешеп ,йәшәү шарттары менән танышып,һорауҙарға яуап биреп үттеләр. Сарала ,  Әсәйҙәр көнө менә ҡотлап,  Рәхмәт хаттары тапшырылды. Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашып,егеттәребеҙ һау - сәләмәт әйләнеп ҡайтһын,  тигән изге доғала ҡалайыҡ!”-тип яҙа ауыл ағинәйе, әүҙем йәмәғәтсе Рәйлә Баязитова “  Бөрйән ағинәйҙәре” чатында.

(фото  ла шул чаттан алынды)

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: