Һәр кемдең күңел түрендә үҙенең бала саҡтан эсеп үҫкән һыуы – йылғаһымы, шишмәһеме, кескенә инешеме бер матур иҫтәлек булып һаҡланалыр, моғайын.
Беҙ иһә аҫҡы (Заһит ҡотоғо тей ине ололар) һәм өҫкө ҡотоҡтан, уның эргәһендәге Зөмбөрҙәктән (тау итәгенә ҡатылған тимер торба-улаҡтан сылтырап ҡына ағып сыҡҡан шишмә) һыу ташып эстек. Ҙур ғаиләгә көнөнә, мунса яҡһаң, кер йыуһаң, 10-15-ләп көйәнтә һыу кәрәк ине. Ташыныҡ, һыу юлын а үлән үҫтермәнек. Ана шул эскән өс һыуымдың береһе ул Зөмбөрҙәк. Өҫкө ҡотоҡто иһә матур итеп кәртәләп ҡуйғандар.Рәхмәт ауылдаштарға!
Һеҙ ниндәй һыуҙы һыуланығыҙ,әле эсәгеҙ, йәмәғәт! Исемдәрен яҙабыҙ йылға-шишмә- ҡотоҡтарҙың. Улар ҙа бит – тарих.
ЗӨМБӨРҘӘК
Тау битенән ағып сыға
Һалҡын шишмә - Зөмбөрҙәк.
Сөптөр-сөптөр юрмалауы -
Үҙе бер йыр, мең биҙәк.
Эргәһендә ҡотоғо бар -
Кәртәләнгән-ҡаймалы.
Һирпеп алып һыуҙар эсә
Унан башҡорт байманы...
Бала саҡтың бер инеше -
Бәләкәй генә йылғам.
Тауыҡ кисмәле һыуына
Бар бала сағым һыйған.
Зөмбөр-зөмбөр, зымбыр-зымбыр -
Улағы юҡ - ҡайҙалыр.
Әллә күккә олғашҡан да
Көмөш мөгөҙ-айҙамы?
Төймәгә баҫып сығарған
Ҡәҙер-баһа юҡ һыуға.
Теш зәңкетер Зөмбөрҙәгем!
Күңел һине юҡһына...
Айһылыу Ғарифуллина