Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2023, 20:00

Оҫта етәксе, яҡшы кеше булды

1 сентябрь -  хаҡлы ялдағы уҡытыусылар өсөн бәҫен саҡ ҡына ла юғалтмаған ҡәҙимге ҡәҙерле байрам көнө.Тәрән хәтирәләргә бирелдерә был көн: мәктәп, коллегалар, уҡыусылар күҙ алдына баҫа, эшләгән йылдар, башҡарған эштәр уйҙан үтә. Эше, булмышы менән һоҡландырған остаздар хөрмәт менән иҫкә алына.

Оҫта етәксе, яҡшы кеше булды
Оҫта етәксе, яҡшы кеше булды

Бәшмәк йәки оҫта етәксе, яҡшы кеше хаҡында бер кәлимә һүҙ

90-сы йылдарҙың урталарында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар менән урындарҙа халыҡтың осрашыуҙары бара ине. Беҙҙең Килдеғолда ла буласаҡ халыҡ вәкиле менән осрашыуға ауылдаштар әүҙем генә килде. Кандидаттың ышаныслыһы, район мәғариф бүлеге мөдире Л.Ҡаһарманов вәкил менән таныштырып, бик ышандырырлыҡ дәлилдәр менән халыҡтың күңеленә майҙай яғылырлыҡ ялҡынлы телмәр тотто. Йылы тәъҫораттарға бирелгән халыҡ йыйылыштан һуң ҡайтып китергә ашыҡманы. Ир-аттар, ғәҙәттәгесә, тышта тәмәке көйрәтеп, оҙаҡ ҡына гәпләшеп торҙо. Шунда Мазһар ағай Билалов: “Был Ҡаһарманов бик тәрән белемле, телгә бай, оратор кеше икән, ҡайһылай матур һөйләне”, - тине.

Бына шулай, ҡайҙа барһа ла Латиф Абдрахман улына һоҡланып ҡарап торорҙар ине. Хатта бер оло уҡытыусы ҡатын: “Латиф үҙенә күҙ тейҙереп тик йөрөй ул”, - тип тә ҡуйғайны бер мәл.

Матур кеше булды Латиф Абдрахман улы. Төҫ-башы, буй-һыны менән дә, күңеле менән дә. Иң иғтибарҙа булғаны матурлығы, ябайлығы булғандыр. Хәҙер ҡайһы бер етәкселәр эргәһенә яҡынлауы ла уңайһыҙ һымаҡ, әйтерһең, ул күктән төшкән, ә һин ябай ғына ер кешеһе...

Күптәргә көнләшергә генә насип булырлыҡ юғары мәҙәниәтле етәксе Латиф Абдрахман улы һәр кем менән ихлас аралаша, һөйләшә белде, башҡаларҙан үҙен өҫтөн ҡуйманы. Мөләйемлеге, яғымлы, эскерһеҙ, ябай булыуы кешене үҙенә ылыҡтырып ҡына торҙо. Шунлыҡтан уны ҡайҙа ла яраттылар, оло хөрмәт менән телгә алдылар. Түбәндәге иҫтәлек-яҙмам Латиф ағайҙың ябайлығын раҫлаусы бер бәләкәй генә миҫалдыр...

Мөнир Фәйзуллин.

Автор:
Читайте нас: