+28 °С
Болотло


1644-се Мәндәғол һайлау участкаһында 11:10 сәғәткә һайлаусылар теҙмәһендәге 90 кешенең 25-е һайланы. Һайлау комиссияһы ауылдаштарына сәй табыны ойошторған. Һайлаусылар Рәсимә Янсаф ҡыҙы, Зәбир Йосоп улы, Әминә Сәйет ҡыҙы Иманғоовтар, Гөлсәсәк Ҡотлобаева тауыш биреп, һыйлы табын артында һыйланырға ла өлгөргән.
-Беҙ һайлаған депутаттар халыҡҡа файҙа килтерһен, донъялар имен булһын, - ти инәйҙәр.