-2 °С
Ҡар
Лилиә Шәрәфетдинова, Ғәбиҙә Туҡбаева һәм Гөлдәр Хәйруллина үҙҙәре етештереп, бешереп килтергән ризыҡтарын һатыуға ҡуйған.
Һайлау комиссияһы ла, халыҡ та бик әүҙем - 11.30 сәғәткә ҡарата 178 һайлаусының 79-ы үҙ тауышын биреп ҡуйған. Кейекбайҙар иң беренсе булып килгән, иң оло һәм тәүгә һайлаусыға бүләктәр әҙерләгән. Иртәнге 07.00 сәғәттә иң беренсе булып Ғайса Туҡбаев, тәүге тапҡыр тауыш бирергә 19 йәшлек Сөмбөл Туҡбаева килһә, һайлау комиссияһы ауылдың иң оло инәйе 87 йәшлек Гәүһәр Юлсуринаны көтә. Һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, ауылда 4 кеше һаулыҡ торошо буйынса өйҙә һайлаясаҡ.