-6 °С
Ҡар
Был имән үҫентеһе Санкт- Петербургтағы йәйге баҡсала Петр батша осорондағы имәндең сәтләүегенән үҫтерелгән һәм төньяҡ баш ҡаланан алып Бөрйәнгәсә алыҫ юл үтеп килгән. “Бөйөк Петрҙың Бөтә Рәсәй имәнлеге”Рус музейы проекты рамкаларында бер үҫенте музей-экскурсия дендроколлекцияһына, тағы икәүһе күршеләге “Шүлгән-Таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ биләмәһенә ултыртылды.
Көньяҡ баш ҡала ҡунаҡтары беҙҙең Бөрйән еренә ерегеп, үҫеп китерҙәр, тигән ышаныс бар.