Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 15:55

Ололарҙың таянысы ул

Ҡурғашлы, Байназар ауылдарында социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Гөлсинә Ҡарағолова ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең һәм балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән. Ул сығышы менән Әбделмәмбәт ауылынан. Был өлкәлә ете йыл эшләү осоронда ул кешене аңлай, тыңлай, кәрәк саҡта йыуата белгән, шул уҡ ваҡытта аҙ һүҙле, тыныс күңелле, тырыш хеҙмәткәр булып танылған.

Ололарҙың таянысы ул
Ололарҙың таянысы ул

Уның ҡарамағында  22 кеше иҫәпләнә. Иң олоһона 87 йәш. Уларҙың барыһы ла Гөлсинә Зөбәйер ҡыҙын көтөп алалар.

 

- Үҙем электән ололар менән аралашырға яраттым, уларҙы тыңлауы рәхәт. Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған өлкәндәр күберәк үткән ғүмерҙәре тураһында һөйләргә ярата. Кемеһелер яңылыҡтары, проблемалары менән уртаҡлаша. Беҙҙең өсөн ябай тойолған проблеманы улар ҙур итеп күрә. Шул саҡта улар өсөн кәңәшсе лә булырға тура килә. Өйҙәге тейешле эштәрҙән тыш, дарыу, магазиндан аҙыҡ-түлек тә алып ҡайтып бирәһең, түләүҙәрен дә түләйһең. Инәйҙәремде саф һауаға алып сығыу, хәрәкәт иттереү яғын да уйлайым. “Әйҙә, магазинға икәүләп барып киләйек”, тип бергә лә алып сығып китәм. Ауырып китһәләр, ҡан баҫымдарын үлсәп, кәрәкле дарыуын да ҡаптыраһың. Әлбиттә, бындай осраҡтарҙа мин үҙем генә хәл итмәйем - өлкәндәрҙең балалары менән дә бәйләнештәбеҙ. Ситтә йәшәгән балалары ата-әсәләре өсөн борсолоп торһалар, шылтыратып, “Әсәйеңә килдем, хәле һәйбәт”, тип хәбәр итәм.

Тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең 23-сө һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: