Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2023, 10:00

Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Кисә Өфө ҡалаһында Бөрйән районы энциклопедияһының исем туйы (был турала тулыраҡ алдағы яҙмаларҙа буласаҡ) сараһы сиктәрендә районыбыҙҙың ике әсәһенә “Башҡортосан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы” ҡатын-ҡыҙҙың статусын күтәреү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһының наградалары тапшырылды. Был юлы йәмәғәт ойошмаһының наградалары Яңы Мөсәт ауылынан Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы менән Иҫке Собханғолдан Сафина Клара Абдулла ҡыҙына тапшырылды. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Нәзирә Зиннур ҡыҙы ойошманың “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының иң ҙур наградаһына – “Милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булды. Бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтереп, үҙенең ғүмерен дә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған, әле лә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, изге башланғыстар, эштәр менән шөғөлләнеүҙән туҡтамаған Нәзирә Зиннур ҡыҙының шатлығын ихлас уртаҡлашабыҙ.

Клара Абдулла ҡыҙына  үрҙә телгә алынған конкурстың “Ҡатын-ҡыҙ – көмөш ирекмән” номинацияһында  еңеүсе дипломы тапшырылды. Ул район үҙәгендәге мәсеткә, төрлө проекттарға аҡса йыйышыуҙа, башҡа сараларҙа әүҙемлек күрһәтә.

Райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ошо йәшәү дәрттәрен һүндермәй, иҫәнлек-именлектә йәшәүҙәрен, изге эштәре дауамлы булыуын теләйбеҙ.

Т. Баһауетдинова.

Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Изге хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: