Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2023, 10:00

Ике уңған пар килгән

Айгиз һәм Нәзилә Ибраһимовтар Мәндәғол ауылының Тирәкле урамына тәүгеләрҙән булып төпләнгән йәш ғаиләләрҙең береһе. Ғөмүмән, ауылда тәбиғәттең бик матур ерендә - Ағиҙел йылғаһы буйында йыл һайын яңы өйҙәр күтәрелә, йәштәр тыуған ерҙәренә ерегеп, тырышып донъя көтә.

Ике уңған пар килгән
Ике уңған пар килгән

Ғаилә башлығы Айгиз - Кейекбай ауылы егете. Өфөлә автотранспорт колледжында белем алған, һуңынан төрлө эштәрҙә эшләй, ауыл хакимиәтендә водитель, юл төҙөү-ремонтлау идаралығында мастер вазифаларын башҡара. Әле төҙөлөш эштәрендә бригадир эшен алып бара.

Балта оҫтаһы Айгиз ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, артабан да умартасылыҡ эшен дауам итергә ниәтләй. Ҡулы оҫта йорт хужаһының. Эшләйем, тиһә, станок кеүек ҡорамалдары ла, техникаһы ла бар. Ихатаһын тәртип менән төҙөкләндергән, хужалығын киңәйтеү эштәрен башлаған.

Йүнсел егет өйләнмәҫ элек ер юллап ала. Өлкән улдарына 3 йәш тигәндә йәштәр өй туйлай. Өй һалыуҙа ярҙам иткән ағайҙарына, туғандарына рәхмәттәре сикһеҙ уларҙың. Йорттарында заманса уңайлыҡтар булдырылған, әле төкәтмәләрендә, икенсе ҡатында эштәре тамамланыу өҫтөндә.

Нәби ҡыҙы Нәзилә Сибайҙа информатика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Декрет ялына тиклем займ үҙәгендә, “Һаҡлыҡ банкы”нда эшләй. Эш урындары район үҙәгендә булғас, көн дә Мәндәғолдан йөрөргә тура килә. Шуға Нәзилә “тимер ат”ты йүгәнләп ала. Уңған хужабикә аш-һыуға маһир, ғаиләһен тәмле ризыҡтары менән һөйөндөрә, гөлдәр үҫтерә.

Үҙ-ара аңлашып, кәңәшләшеп көн иткән йортта Арслан һәм Асҡар исемле балалар үҫә. Киләсәккә яҡты уй-хыялдар ҡороп йәшәгән Ибраһимовтар ғаиләлә татыулыҡты һаҡлау өсөн бер-береңде аңларға тырышыу, йылы һүҙеңде йәлләмәй, ваҡытында терәк булыу, уртаҡ фекергә килеү кәрәк, тигән фекерҙә.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: