Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2023, 20:00

Һуғыш балалары килде мәктәпкә...

Тимер мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышының 78 йыллығына арналған байтаҡ саралар үтте. «Мәңге хәтерҙә», «Үлемһеҙ полк», «Еңеү тәҙрәһе» акцияларында уҡыусылар үҙ ғаиләләренең архивтарын барлап, олатайҙары тураһында мәғлүмәттәр тупланы.

Һуғыш балалары килде мәктәпкә...
Һуғыш балалары килде мәктәпкә...

«Һалдат яулығы» акцияһы сиктәрендә яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең исеме - ҡыҙыл, хәбәрһеҙ юғалғандарҙыҡы - аҡ, ә һуғыштан еңеү менән ҡайтҡан батырҙарыбыҙҙың исемдәре күк төҫлө яулыҡтарға яҙылды.

Уҡыусылар өсөн иң иҫтәлеклеһе һуғыш ваҡыты балалары менән осрашыу булды. Мәктәбебеҙҙә үткәрелгән «Үлемһеҙ полк» тип исемләнгән тантаналы линейкала ҡатнашҡандан һуң, һуғыш балалары асыҡ дәрестәрҙә үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Яубаҫарова Зәйнәп Әхмәҙулла ҡыҙы һуғыш ваҡытындағы балаларҙың әсе яҙмышы хаҡында һөйләне. Бәләкәй генә балаларҙың, ололар эшләгән эштәрҙе үҙ иңдәренә алып, баҫыуҙа иген игеүҙәре хаҡында бәйән итте. Балаларҙың яланға башаҡ йыя сығыуҙары, ләкин уныһын да тартып алыуҙары, ат йә эт менән баҫтырыуҙары хаҡында әсенеп һөйләне. Ул башаҡтан йыйған бөртөктәрҙе ҡыҙҙырып, тирмәндә тарттырып, кесерткәнгә ҡушып көлсә бешереүҙәре, үлән менән туҡланыуҙары тураһында һөйләгәндә балаларҙың күҙҙәрендә йәш күренде...

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ.

Һуғыш балалары килде мәктәпкә...
Һуғыш балалары килде мәктәпкә...
Һуғыш балалары килде мәктәпкә...
Автор:М. Язағолова, директор кәңәшсеһе.
Читайте нас: